Афәт
23 Апреля , 06:19

Йылмайыуың хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр

Уны бер күрҙеңме, башҡа оноторлоҡ түгел ине.

Йылмайыуың хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланырЙылмайыуың хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр
Йылмайыуың хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр

...Башланғыс кластарҙа уҡығанында уҡ, әллә нисә бала араһында айырылып торҙо, үтә шуҡ ине ул, бер урында ғына тора белмәҫ, бындайҙарҙы, билдәле, уҡытыусы яратып бармай, уға парта артында шым ғына, тик кенә ултырғаны яҡшыраҡ. Һуңынан ғына аңлайһың: өндәшмәй, ҡымшанмай ғына ултырған балаға ҡарағанда теремеге һәйбәтерәк, тимәк, дәртле, инициативалы, сыҡһа, ана, шундайҙарҙан сыға.  

Оҙаҡ уҡытырға тура килмәне уны - икенсе ауылға күсеп киттеләр, әммә хәтерҙә ҡалды, әйткәнемсә, тиҙ генә оноторлоҡ бала түгел ине ул. Аҙаҡ осраштыҡ, аралаштыҡ, бында инде уҡытыусы – уҡыусы категориялары юйылған ине тиерлек, мин ир, ул да буй еткән ир. Үҙ күреп, абзый тип, өндәшер ине. Яңы Таймаҫ мәктәбендә уҡыған, мин белгән һәр бала үҙеңдеке кеүек, осраттыңмы, һин нисек, ҡайҙа тигән һорауҙар яуҙыраһың, Илнур менән дә шулайыраҡ булды, ул һәр саҡ йылмайып һөйләште (йылмайыуҙары... нисәмә һылыуҙы, аҡылдан яҙҙырыр сиккә еткереп, ғашиҡ иттерҙе икән?), алсаҡ, асыҡ егет ине ул. Хатта, интернет аша аралашып ултырғанда ла ул, смартфон йәки компьтер артында, гел йылмайып яҙышып ултырғандыр, моғайын.

Хәҙер барыһын да үткән заманда һөйләргә тура килә - Илнур Усманов яуҙа һәләк булған. Уны бөгөн тыуған ауылында ерләйҙәр. Йәш, матур, дәртле мәлендә яҡты донъяларҙы ҡалдырҙы егетебеҙ.  Быға өҫтәп, нимә тип кенә яҙма, артыҡ булыр, былай ҙа барыһы ла аңлашыла – килгән ҡайғыны әйтеп кенә бөтөрөрлөк түгел.

Һинең йөҙөң, йылмайыуың беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә ҡалыр, Илнур, ятҡан урындарың йомшаҡ булһын. Беҙ Венера апай Усманованың, Альбина һылыу Исмәғилеваның, Илнурҙың балаларының -  Руслан, Тимур, Артем, Алтынайҙың – ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Һеҙҙең барығыҙҙы ла сабырлыҡтан айырмаһын.

Автор:
Читайте нас