

Уны 22 апрелдә һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ҡәҙерлебеҙ 1972 йылдың 13 июнендә Тимербай ауылында донъяға килде. Свобода дауаханаһынан әтейем менән ат егеп барып, ҡаршы алдыҡ. Бәпес тыуҙы, тип ҡыуанып исемен дә үҙем һайланым. Илшат тип ҡуштыҡ. Мырҙам тыуғанда миңә 10 йәш ине, ыштандарын да йыуҙым, ҡарап үҫтерештем дә ғәзиз туғанымды. Биш йәшендә тыпырлап бейергә лә өйрәттем. 5 класта уҡығанында 8 март байрамына концерт ҡуйғаны ла иҫемдә. “Мәтрүшкә” йырын моңло итеп башҡарғайны. Мәрхүмебеҙҙең тауышы бик моңло ине шул, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, төҫкә лә сибәр егет булды ул...
Ғәзим Ильясовтың “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ” йырын йырлап беҙҙе илата торғайны. Әрме хеҙмәтенә лә өҫтәл әҙерләп үҙем оҙаттым. 1992 йылдың 15 ноябрендә ҡыуанышып, хөрмәтләп ҡаршы алдыҡ үҙен.
Яҙмыш ҡайҙа ғына йөрөтмәне һине, туғаным. Маячныйҙағы “Ойлтиммаш” заводында 10 йыл, аҙаҡ Күмертауҙа шәхси эшҡыуарҙарҙа ла байтаҡ йылдар эшләне.
Ҡансыранан һуғышҡа өс тапҡыр оҙаттыҡ, кире ҡайтарҙылар. Икенсе тапҡырында буран уйнай ине, беҙҙе илатып китте. Өсөнсөһөндә инде, 2025 йылдың 29 майында, бөтөнләйгә алып киттеләр үҙен. Былтыр 11 августа Донецк Халыҡ Республикаһында батырҙарса һәләк булды ғәзиз кешебеҙ. Ҡәҙерлебеҙҙе Ҡансыра зыяратына хөрмәтләп ерләнек.
Яҡыныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға килгән, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, оло ярҙам күрһәткән Шәбағыш ауылы биләмәһе башлығы Зиннур Мысырғәли улы Рәхмәтуллинға, шулай уҡ Ирек Зиганур улы Рәхмәтуллинға, Ҡансыра ауылы халҡына, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, Аҡһарынан килгән хеҙмәттәше Рәйес Абукаевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барыһына ла һаулыҡ, именлек, тиҙерәк һуғыш бөтөп, яу яланында йөрөгәндәргә тыуған илдәренә имен-иҫән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Бер кемгә лә бындай оло ҡайғыларҙы күрергә яҙмаһын, кисергәндәргә сабырлыҡ, именлек, һаулыҡ бирһен Аллаһы Тәғәлә.
Ғәзиз кешебеҙҙең ятҡан урыны тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Ҡәҙерлебеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Тыныс йоҡла, туғаным.
Розалия ӘБДЕЛМӘНОВА, Ҡансыра ауылы