Афәт
12 Мая , 07:37

Алтын ҡуллы ине

Бөгөн бахмуттар матәмгә йыйылды

Добавить в предпочтительные источники Google
Алтын ҡуллы инеАлтын ҡуллы ине
Алтын ҡуллы ине

Тыумышы менән Ҡунаҡбайҙан булған Илгизәр Сәмиғулла улы Йәнсиәров яу яланында бер йыл элек һәләк булған. Ул 1974 йылда Ҡунаҡбайҙа донъяға килгән, Молокан ауылында белем алған, һуңынан, водитель һөнәрен үҙләштереп, әрме сафтарына юлланған.
Әрме сафтарынан йөрөп ҡайтҡас, ҡалабыҙҙың ТЭЦ-на водитель булып эшкә урынлаша, һуңғараҡ машиналарҙы ремонтлау буйынса мастер булып таныла, алтын ҡуллы ине, тип хәтергә ала уны коллегалары.
Уҙған йылдың апрель башында үҙ теләге менән яу яланына юллана һәм ҡыҙғанысҡа, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Батырҙарса һәләк булған яугирҙең улы Ислам Илгизәр улы ла бөгөнгө көндә ил һағында тора, контракт буйынса хеҙмәт итә, беҙ уның һәм уларҙың барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас