

1999 йылғы егет әрмелә хеҙмәт иткән, аҙаҡ, 2022 йылдың көҙөндә, мобилизация менән яуға киткән. Быйыл май айы аҙаҡтарында һәләк булған. Даниил Холостовты бөгөн Горный Ключ (Баян) ауылында ерләйҙәр. Фронтта мәлендә яҡташ егетебеҙ «Ҡаһарманлыҡ өсөн» («За храбрость») һәм «Батырлыҡ өсөн» («За воинскую доблесть») миҙалдары менән бүләкләнгән.
Беҙ Даниил Юрьевичтың яҡындарының, атаһы Юрий Леонидовичтың, әсәһе Марина Николаевнаның, апаһы Виктория Алексеевнаның мырҙаһы Семендың ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.