

- Ҡайҙа юл тоттоң, бынау әҙәм тышҡа сыҡмаҫ көндә?
- Һалдат менән хушлашырға китеп барам, миңә бер туғанлығы юҡ уның, шулай ҙа яҙмыштар уртаҡ һымаҡ, минең улымдан да күптән хәбәр юҡ.
- Яҡшыға өмөт итәйек, хәбәрһеҙ юғалһа ла, Ғәзинур иҫәндер.
- Әллә, - абзыйҙың тауышы ышанысһыҙ, донъялар нисек икәнен беләлер, тегендәй-бындай йыуатыу һүҙҙәре менән генә күңелен дауалап булмай, - хәҙер өсөһө лә миңә күктән ҡарап тора, бер үҙем ҡалдым....
Булат Урманбәтов бер улын – Уралды – 2002 йылда уҡ ер ҡуйынына һалды, тормош иптәше Наилә апай 2017 йылда мәрхүмә булды һәм, бына, оло улы менән дә хәлдәр шулайыраҡ булып киткәйне.
Ҡыҙғанысҡа, Булат абзыйҙың өмөттәрен өҙөүе ысынға сыҡты – улы Ғәзинурҙы бөгөн Шәбағыш ауылында ерләнеләр. Ул 2024 йылдың октябрендә контракт буйынса яуға киткән, ноябрҙә һәләк булған. Ошо мәлдән бирле хәбәре өҙөлгәйне, бына әле уның кәүҙәһе тыуған еренә ҡайтып ятты.
Беҙ Булат Урманбәтовтың ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, күктәрҙән ҡарап торған өс ғәзиз йән һиңә артабан йәшәргә көс, ихтыяр бирһен.
Ғәзинур Булат улы тураһында алама хәбәр килгәс, уның үҙе, яҡындары хаҡында уйлағанда, бер күренеш күҙ алдында тик тора: һауанан ҡойған һалҡын ямғыр аҫтында вилсәпиттә берәү китеп бара. Юл ауыр, әммә ул, бирешмәй, педалдәрҙе әйләндерә –әйләндерә алға барыуын дауам итә.