

Күмертау районы (ул саҡта шулай атала ине) Йомағужа ауылында тыуған, мәктәпте бөткәс, армияла хеҙмәт иткән.
Яуға ул былтыр ғинуар айында киткән. Ҡыҙғанысҡа, тыуған яҡтарына уға иҫән килеш ҡайтырға яҙмаған, бөгөн Азат Мәзит улы Ҡолоевты Йомағужаһында ерләнеләр. Уның хаҡында рәсми документта ҡоро ғына итеп, ата-әсәһе лә, балалары ла юҡ тип яҙылған, был ҡоро, йәнһеҙ хәрефтәр артында ҙур бер яҙмыш ята...
Ятҡан ерҙәрең тыныс булһын, Азат, беҙ мәрхүмдең ҡатыны Рәмиләнең, туғаны Авзалдың ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.