Афәт
14 Августа , 09:58

Яманғолдоң яманһыу мәле

Бөгөн был ауыл улы менән хушлашты.

Яманғолдоң яманһыу мәлеЯманғолдоң яманһыу мәле
Яманғолдоң яманһыу мәле

Азат Айрат улы Әхмәтов 1982 йылғы, урта мәктәпте тамамлаған, әрмелә хеҙмәт иткән. Яуға 2024 йылдың йәйендә юлланған, туғандары, дуҫтары Азаттың иҫән-һау ҡайтыуына ныҡ өмөт итһә лә, был изге өмөттәр аҡланманы.

Азат Айрат улы машиналар менән мауыҡҡан, хоккей яратҡан, үҙебеҙҙең милли моңдарҙы яратып тыңлаған (беҙ уның интернеттағы сәхифәһенән сығып фекер йөрөтәбеҙ), ҡыҙғаныс, артабан төрлө автомобилдәр сығарылыр, елдерер, Салауат Юлаев уйындары дауам итер, еңер, еңелер, яңынан-яңы йырҙар ижад ителер, әммә быларҙың береһен дә һин күрә-ишетә алмаҫһың, Азат. Ятҡан урындарың йомшаҡ, урының йәнәттә булһын.

Беҙ мәрхүмдең ата-әсәһенең – Фәйрүзә апай менән Айрат абзыйҙың, туғандары Фәнүзә менән Фаягөлдөң ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙҙе сабырлыҡтан айырмаһын.

Автор:
Читайте нас