Афәт
14 Сентября , 05:57

Уның тураһында хәҙер үткән заманда һөйләргә ҡалды...

Илдар Нуриев менән һуңғы тапҡыр яҙ айында, яу яланынан ялға ҡайтҡанында, Илкәнәйебеҙҙә осраштыҡ.

Уның тураһында хәҙер үткән заманда һөйләргә ҡалды...Уның тураһында хәҙер үткән заманда һөйләргә ҡалды...
Уның тураһында хәҙер үткән заманда һөйләргә ҡалды...

Һәр һүҙе һайын тиерлек рәхмәт әйтте һөйләшкәндә. Нимәгә әйткәнен аңламаным, әммә уның шул тиклем итәғәтле булыуына тағы ла бер тапҡыр инандым. Ул беҙҙән бер йылға кесерәк булһа ла, беҙҙең йылғылар менән бергә йөрөнө, дуҫ булдыҡ. Тыныс холоҡло, иғтибарлы, ярҙамсыл, ихлас кеше ине. Ҡыҙғаныс, уның хаҡында хәҙер үткән заманда ғына яҙырға, һөйләргә ҡалды...
Һуғыш аямай, бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған яугиребеҙ менән мәңгелеккә хушлаштыҡ. Дуҫыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Илдар Шәүкәт улы.
Мәрхүмдең әсәһе Сәриә инәйҙең, абзыйҙарының, балаларының һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас