

Ярослав Пономоренко 2006 йылда Ермолаевола тыуған. Ошо уҡ ауылда 1-се һанлы мәктәптә белем алған. 2024 йылда әрме хеҙмәтенә алына һәм шунда контрактҡа ҡул ҡуйған була. Яугир, Махсус хәрби операция барышында, быйыл 6 сентәбрҙә һәләк булған. Йәл, бигерәк йәшләй киттең, Ярослав. Тыныс йоҡла, батыр! Күккә олғашҡан рухың тыныс булһын!
Беҙ Ярослав Александровичтың тормош иптәше Полина Рустамовнаның, ҡыҙы Екатеринаның , әсәһе Юлия Александровнаның, өләсәһе Лариса Викторовнаның ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.