

Әрмелә хеҙмәт итмәгән, фронтҡа былтыр апрель айында киткән, шул уҡ яҙҙа һәләк булған. Май айында уны, хәбәрһеҙ юғалды тип, туғандары эҙләй башлағайны. Бына, кәүҙәһе, насип булғас, тыуған еренә - Түкән ауылына - ҡайтып ятасаҡ (Дорохов Дмитрий Михайловичты иртәгә ерләйҙәр). Шуныһы ла бик аяныслы: һалдаттың улы ла (Егор) ошо уҡ йылда, атаһынан ике айға ғына һуңыраҡ, мәрхүм булған.
Беҙ Дмитрийҙың әсәһе Татьяна Валентиновнаның, ҡыҙҙары Анна, Софияның һәм башҡа яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.