Афәт
8 Октября , 02:26

Бахмутыңа ҡайтырға яҙманы, Витя

Бөгөн Виктор Егоров менән хушлашабыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бахмутыңа ҡайтырға яҙманы, ВитяБахмутыңа ҡайтырға яҙманы, Витя
Бахмутыңа ҡайтырға яҙманы, Витя

Виктор Сергеевич Бахмут ауылы егете, 1982 йылда тыуған, ошо уҡ ауылдың мәктәбен бөткән.

Яуға 2024 йылда киткән, бер аҙҙан, яраланып, дауа алғас, туғандары янына ялға ла ҡайтып киткән. Уға яҡындары, дуҫтары: Үҙеңде һаҡла, иҫән-һау ҡайт, беҙ һине көтәбеҙ тип, бик күп теләктәр яҙған (интернеттағы сәхифәһендә), әммә көткәндәр һалдатты көтөп ала алманы.

Беҙ В. Егоровтың улы Сергейҙың, апаһы Еленаның ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, Хоҙай һеҙҙе түҙемлектән айырмаһын.

Автор:
Читайте нас