Башҡорттар ҡоролтайы, рустар соборы һүҙ тотто (сыуаштар менән татарҙар ғына бушай алмаған - уларҙы киләһе ултырышта тыңлайбыҙ тинеләр).
Ултырышты ҡала башлығының социаль үҫеш буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған Н. Тереғолова алып барҙы.
Полиция вәкиле һүҙ тотто, төп иғтибарыбыҙ социаль селтәрҙәрҙә, тине ҡала полицияһы начальнигы урынбаҫары Б. Сыздыков. Милләт-ара хәл насар түгел, берәү генә низағ ҡуптарып йөрөй ине, әле ултыра.
Башҡорт, рус ойошмаларын етәкләүселәр - Ә. Шәмиғолова, А. Докукин да ошо юҫыҡта һөйләне, телде өйрәнәләр (Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы башҡорт телен 94% өйрәнә тиһә, уға ҡаршы мәғариф идаралығы начальнигы Т. Юлусова, юҡсы, 100% өйрәнәләр тине).
Православие дине исеменән отец Евгений, мосолмандар исеменән Айнур хәҙрәт сығыш яһаны. Бында ла дуҫлыҡ-татыулыҡ ярылып ятты, Мариуполь, Курск, Орск ҡалаларына ярҙам иткәндәр, быларынан тыш, ололар, балалар йорттары бар, ярҙамға (матди ҙа, рухи ҙа) мохтаж башҡа күп кешеләр бар, береһенән дә ситтә ҡалдырмайбыҙ тинеләр. Үҙ-ара дуҫ булыуҙың бер күренеше: А. Ҡәҙимов күптән түгел вафат булған православие диненең беҙҙәге күренекле вәкиле отец Владимир Быковты бер минут тын тороп иҫкә алайыҡ тип, барыһын урынынан торғоҙҙо.
Отец Евгений ауыҙынан бер матур һүҙ сыҡты - человеколюбие. Бөгөн ҡала хакимиәте залында йыйылған барсаһы бөтәһенә лә ошо һәйбәт сифатҡа эйә булырға кәрәк, тип саҡырҙы, буғай: кеше кешене яратып йәшәһен.