Все новости
ҠАЛА ХАКИМИӘТЕНДӘ
8 Октября , 10:05

Баҡсам ҡәҙерлерәк

Күмертауҙағы юл үткәргес (путепровод) эштәре ниңә туҡталды?

Баҡсам ҡәҙерлерәк
Баҡсам ҡәҙерлерәк
Был төҙөлөш ҡала өсөн бик мөһим - Күмертауға ингән юлды иркенерәк итәсәк икәнен аңлатыу артыҡ. Эште ҡыҙыу ғына башлағандай булғайнылар, әле туҡтап торалар. Быны күреп, күптәр саң ҡаға башланы, һәр ваҡыттағыса инде, башлайҙар ҙа туҡтайҙар, ана, стадион ята пыраң-зараң килеп...
Баҡтиһәң, эш былайыраҡ икән. Төҙөүселәр артабан да эштәрен дауам итер ине, бер баҡса хужаһы минең баҡсама тейәһе булмағыҙ тип, ҡырҡа ҡаршы төшкән. Аҡса бирәбеҙ, мөлкәтеңде һатып алабыҙ тип тә әйтеп ҡарайҙар, үҙһүҙле кеше риза булмай ҙа ҡуя икән. 
17 октябрҙә суд була - ҡала хакимиәте барыбер еңәбеҙ, баҡсаны алабыҙ тип ышана, бер бәләкәй баҡса тип, ҙур төҙөлөштө туҡтатып булмай ҙа. 
Автор:
Читайте нас: