

Яңы Таймаҫ ауылындағы модуль ФАПты ҡороп йөрөүсе егеттәр беҙҙе шулай тип ҡаршы алды.
- Ырымбурҙан беҙ, ФАПтарҙы беҙҙең фирма эшләй, ҡороуын да үҙе килтереп ҡороп ҡуя.
- Ырымбурҙан булғас, ҡайҙа ҡунып, ҡайҙа ашап йөрөйһөгөҙ?
- Күмертауҙа ҡунабыҙ. Бына ҡаршыла торған ятаҡхананы тәҡдим иткәйнеләр, унда ҡандала бар тигәс, баш тарттыҡ. Ашауҙы үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ. Был ФАПты ҡороуы оҙаҡ түгел, ҡул өйрәнгән, тик һыуға, утҡа тоташтырыуы килеп етмәгән. Бынау беҙгә эшләргә ҡамасаулап торған иҫке кәртәләрҙе алып ташлағыҙ тип әйткәс, өс көндән саҡ алдылар. Янға килеп китеүселәр? Күбеһе килә лә, бармағын өҫкә күтәреп, фотоға төшә лә китә. Бер ир генә (беҙ, ситтән булғас, кем икәнен белмәйбеҙ) бик эшлекле булды, конкрет һөйләште, әрләр кешене әрләп китте...
Алданыраҡ был турала яҙғайныҡ.
Материал киләһе һанда тулыраҡ биреләсәк.