Һаулыҡ һаҡлау
24 Июня 2023, 03:41

Ғәрип кенә булмаһын

Был сибәркәй Яҡшымбәт ауылына бүләк.

Ғәрип кенә булмаһынҒәрип кенә булмаһын
Ғәрип кенә булмаһын

Кисә Күмертау дауаханаһына өр яңы машина бирҙеләр тип яҙған инек, баҡһаң, берҙе түгел, өстө биреп ташлағандар. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә яһалған шәп бүләктәр икән был машиналар. Өс Ниваның береһе Күмертауға, икенсеһе Ермолаевоға, өсөнсөһө - Яҡшымбәткә биреләсәк.
Был автомобилдәр ышансылы булыр тип ышанабыҙ. Икеләнеү бармы әллә? Саҡ ҡына бар шул. Быйыл Тиҙ ярҙам машиналары биргән инеләр, уларҙы район хакимиәте алдына ҡуйып, һәр теләгәне килеп, фотоларға төшөп, ҡыуанышып, бер булғайнылар.
Машина өр яңы булһа ла, заводтан ғәрип булып сыҡҡан икән, өҫтән ямғыр яуһа, һыу тама, быныһына нисек тә түҙеп булыр ине (ҡапланып ятып, мәҫәлән), икенсеһе бәләһе ҡурҡынысыраҡ - ишеге ябылмай икән. Медсестра китеп барғанда, асылып китмәһен өсөн, ишекте эстән тотоп йөрөгән икән.
Был турала тулыраҡ киләһе һанда яҙылыр.

Автор:
Читайте нас