+24 °С
Ямғыр


Яңы Таймаҫтағы модулле ФАП эштәре, яйлап булһа ла, финишҡа яҡынлаша. Матур ғына килеп сыҡмаҡсы, эстә лә заманса йыһазландырыласаҡ, тыштан да, ҡупшы ғына булып, ауылды йәмләп ултырасаҡ. Урыны бигерәк йәтеш - бына магазин, ана силсәүит, саҡ ҡына арыраҡ клуб, терәлеп кенә торалар. Бер сыҡҡанда, бер урында бөтөн эштәреңде теүәлләп ҡайтырға мөмкин буласаҡ.