Яңы Таймаҫ ауылының ғорурлығы тиһәң дә була, күпме килмәй зарыҡтырҙы ул. Яңы ФАП. Унда ла һуғылдыҡ. Ауыл фельдшеры Луиза Солтәнгәрәева, үҙенә яңы өй һалып сыҡҡан хужабикәме ни, шатлығын йәшерә алмай. Эштәр тамамланыуға бара, был ФАПта докторға нимә кәрәк, барыһы ла бар.
- Түбә менән лампа араһында саҡ ҡына арауыҡ ҡалған, - башлыҡ урынбаҫары Тимур Иҙрисов буйға оҙон, беҙ күрмәгәнде күрҙе.
- Хилаф юҡ, - тиештек, - Таймаҫта, башлыса, тәпәш кешеләр йәшәй.
Мәҡәлә киләһе һанда гәзиттә баҫыла.