Һаулыҡ һаҡлау
4 Июль 2024, 05:55

Эшем менән дә, тормошом менән дә ҡәнәғәтмен

Луиза Ғәлимулла ҡыҙын ҡотлайбыҙ!

Эшем менән дә, тормошом менән дә ҡәнәғәтменЭшем менән дә, тормошом менән дә ҡәнәғәтмен
Эшем менән дә, тормошом менән дә ҡәнәғәтмен

- Эшебеҙҙе юғары баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт. Яңы ФАП-та эшләүе күңелле, әлбиттә. Ҡорамалдар яңы, барыһы ла һәйбәт. Шуныһы ғына күңелде ҡыра - ауылда халыҡ һаны кәмей, йәштәр ҡайтмай. Мин эшләй башлағанда бер йәшкәсә 31 бала күҙәтеү аҫтында ине, ә хәҙер бик аҙ ғына. Йөклө ҡатындар һаны ла күп булды, ә бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙа улар 3-әү.
Эшем менән дә, тормошом менән дә ҡәнәғәтмен. Ауыл халҡы һаулыҡтарын беҙгә ышанып тапшыра, әгәр инде ул кешенең физик ауыртыуын бөтөрһәм, ярҙам итә алһам, уны бер нимә менән сағыштырып булмай. Ҡатмарлы хәлдә беҙ тиҙ яраҡлаша белергә тейешбеҙ.
Ғаиләм эшемдә гел терәк булып тора. Йәй көндәре ҡаланан ейән-ейәнсәрҙәр ҡайта, эштән арынып улар менән ваҡыт үткәреүе күңелгә ял бирә. Үҙҙәре лә бик тырыш ярҙам итеп торалар, барлыҡ ауыл эшенә өйрәнеп тә бөттөләр. Ҙурҙары олаталарына бесән сабыша хәҙер. Урал менән Алсын ейәндәрем спорт менән мауыға, волейбол буйынса үткән Бөтә донъя ярыштарына ла барып ҡайттылар. Сәләмәт тормош алып барыу тураһында гел уларға һөйләп торам.

Мәҡәлә тулы варианатта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас