Бөгөн Бөгөлсәнгә,
беҙ алдан хәбәр иткәнсә, Һаулыҡ поезы килде. Поезд тигәс тә, локомотив түгел, өс машина. Эсендә табиптар. Ҡыҙҙар. Йылмайышып, әллә ҡайҙан һыуәйҙәләп, бөтәһен ҡаршы алып торалар.
Ҡыҙышып китеп, беҙ ҙә, сисенешеп, улар янына үтә яҙҙыҡ, әммә ярамай, ауылдағы инәй-бабайҙарға кәрәгерәк.