Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Август 2024, 16:25

Бәхет йылмайҙы

Ҡалабыҙға ла бәхет йылмайҙы, сөнки беҙҙең дауаханала алтын ҡуллы табип бар - нейрохирург Павел Петрунин. 

Бәхет йылмайҙы
Бәхет йылмайҙы

Уны белмәгәндәр аҙҙыр. Ашығыс операцияға беҙҙең дауаханаға яҡын-тирәләге райондарҙан да пациенттарҙы алып киләләр. Ашығыс операциялар еңелдәрҙән түгел, сөнки бында күбеһе юл- транспорт фажиғаларынан һәм бәхетһеҙ осраҡтар һөҙөмтәһенән һуң эләгә. Ял, йәки отпуск тип тормай табип ярҙамға ашыға. Алдан планлаштырған операциялар ҙа күп, әлбиттә, сөнки хәҙер беҙҙең дауаханала ҡатмарлы операциялар үткәрелә.
Павел Анатольевичтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ һәм ҡатмарлы. Нейрохирургтар кеше ювелирҙары шуға күрә бындай юғары класлы белгестәрҙең эше коллегалары һәм рәхмәтле пациенттар тарафынан ғына түгел, ә иң юғары кимәлдә лә баһаланыуы ҡыуаныслы. Яңыраҡ Павел Петрунин республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ булды. Быйыл ул республика конкурсының «Иң яҡшы хирург» номинацияһында ла өсөнсө урын алды.
Бәләкәй ҡалаларҙа нейрохирург булыуы һирәк күренеш, беҙҙең ҡалабыҙ был йәһәттән бәхетле.
Григорий Маркелов, Күмертау ҡала дауаханаһының баш табибы:
- Павел Анатольевичҡа хеҙмәте өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Уның ғәйәт ҙур тәжрибәһе бар, пациенттар уны ярата һәм ихтирам итә.
Республика башлығы Р. Хәбиров: "Уңыш - ул мотлаҡ юғары вазифа ғына түгел. Был, тәү сиратта, юғары профессионализм – уникаль компетенциялар, юғары эш сифаты. Уңыштың тағы бер мөһим факторы бар ул ҡаҙаныштарҙы йәмәғәтселек таныуы. Социаль селтәрҙәрҙә һәм интернетта ғына түгел, ә ысын тормошта ".

Автор:
Читайте нас: