Һаулыҡ һаҡлау
14 Август 2024, 04:42

Изге йола

Дүшәмбе көнө сәләмәтлек һағында тороусылар Алексеевка ауылына юлланды.

Изге йолаИзге йола
Изге йола

Юҡҡа ғына һаулыҡ ул кешенең ҙур байлығы тип әйтмәйҙәр. Сәләмәтлек булмаһа, күп нимәнән кеше мәхрүм ҡала. Сөнки һау булғандар ғына йәшәүҙән ҡәнәғәтлек ала һәм үҙ теләктәренә ирешә. Республикабыҙҙа ауыл халҡынының сәләмәтлеген тикшереү өсөн «Врачтар десанты» эшләп килеүе изге йолаға әүрелде. Дүшәмбе сәләмәтлек һағында тороусылар Алексеевка ауылына юлланды.
Был көндө терапевтҡа 34 кеше күренде, офтальмологҡа - 37 мөрәжәғәт итте. ЭКГ-ны 36 пациент үтте, УЗИ тикшеренеүендә 16 кеше булды. Ауыл халҡы анализдар ҙа тапшырҙы, белгес¬тәр¬ҙән төплө консультация алды.
Фотола: ФАП фельдшеры Парамонова Елена Сергеевна
Вставка:
Республика башлығы Радий Хәбиров: "Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу менән бәйле күп һанлы һорауҙарҙы эҙмә-эҙлекле рәүештә хәл итәбеҙ. Был тәү сиратта беренсел звеноға ҡағыла – поликлиникалар, фельдшер-акушер пункттары, амбулаториялар. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе бурыстар ҙа күп икәнде аңлайбыҙ"

Автор:
Читайте нас