Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Мәскәүгә эш сәфәре барышында, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Альбертович Мурашко менән осрашты. Төбәк Башлығы социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, тәү сиратта һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһына ингән объекттар ҡаралған.
– Ил президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһына тәү сиратта ниндәй объекттарҙың индерелеүен ҡараныҡ. Уҙған йылдарҙа ошо йүнәлештә яҡшы эшләнек, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында һәм үҙ аҡсабыҙға 500-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктын алмаштырҙыҡ, бик күп объекттарҙы ремонтланыҡ һәм төҙөнөк. Беҙҙең өсөн яңы программа – беренсел звенола башланған эште тамамлау һәм ландшафтты тулыһынса үҙгәртеү мөмкинлеге. Шулай уҡ республикаға федераль үҙәктән бүленгән аҡсаның 80% – яңы объекттар төҙөү йәки булғандарын реконструкциялау, ҡалған 20% ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеү тураһында һөйләшеп килешелде. Беҙ илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән тығыҙ эшләйбеҙ һәм министрлыҡҡа, Михаил Мурашкоға ярҙамы һәм иғтибары өсөн рәхмәтлебеҙ, – тине Радий Хәбиров.
ФАП – дауалау һәм һауыҡтырыу саралары комплексын үткәреүҙә, шулай уҡ санитар-эпидемияға ҡаршы эштә мөһим роль уйнай. Фельдшер билдәләнгән график буйынса ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән балаларҙы ла, өйҙә амбулатор ҡабул итә һәм хеҙмәтләндерә. Кеше ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янаған хәлдәрҙә ашығыс ярҙам күрһәтә. Күмертау ҡала округы составына ингән Ира ауылында ла ФАП ауыл халҡының һаулығы өсөн уңышлы эшләй. Ул "Һаулыҡ Һаҡлау" проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Элекке медпункт 1972 йылда төҙөлгән булған. Бөгөн Ирала 600-гә яҡын кеше йәшәй, уларҙың 90-ы балалар. Бында медицина ярҙамына ихтыяж ҙур.
Бындағы ФАП кәрәкле медицина техникаһы, мебель менән йыһазландырылған. Хатта ЭКГ-аппарат, спирометр, дефибриллятор, фармацевтик һыуытҡыстар, күҙ эсендәге баҫымды үлсәү өсөн тонометр ҙа ҡуйылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөн халыҡҡа сифатлы беренсе медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Күмертау дауаханаһы етәкселеге һүҙҙәренсә, Ира ауылындағы ФАП «һаулыҡ Һаҡлау» милли проектының «Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, яңы модулле ФАП-лы булыуға өлгәшә улар. Шулай уҡ, коммуникацияларҙы тоташтырыу ҙа әүҙем эшләнә. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы ауылдың йәшәйәсәген тағы бер тапҡыр иҫбатлай.
Әйткәндәй: Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин 2025 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» яңы милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласағы тураһында хәбәр итте. Благовещен, Учалы, Яңауыл, Асҡын, Баҡалы һәм Асҡарҙа поликлиникаларҙы файҙаланыуға тапшырыу, шулай уҡ туғыҙ объектты капиталь ремонтлау, 121 фельдшер-акушерлыҡ пункты, туғыҙ табип амбулаторияһы, дөйөм практика табибының дүрт офисы ҡуйыу, 4 683 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 99 еңел санитар автомобиль һатып алыу планлаштырыла.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының медицина учреждениеларында инфраструктура торошона, шулай уҡ медицина ҡорамалдарына анализ үткәрелде. Алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә 2026-2030 йылдарға 22 яңы объект төҙөү, 236 медицина ойошмаһын капиталь ремонтлау, 499 модуль конструкция ҡуйыу, 54 күсмә комплекс, 396 автомобиль һәм 25 меңдән ашыу берәмек медицина изделиелары һатып алыуҙы үҙ эсенә алған проекттар эшләнә. Ғариза Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министрлығында килешеүҙе көтә.