Һаулыҡ һаҡлау
22 Октябрь 2025, 11:29

Ҙур баһа – кешеләр рәхмәте

Яҙыр мәҡәләм Аллаһы Тәғәлә тарафынан яратылған фәрештәләр Баһаутдинов Азамат менән Ниғмәтуллин Ришат тураһында.

Ҙур баһа – кешеләр рәхмәтеҘур баһа – кешеләр рәхмәте
Ҙур баһа – кешеләр рәхмәте
Улар икеһе лә беҙҙең яҡташтар. Азамат Әхмәд улы Күмертауҙыҡы булһа, Ришат Фәрит улы тыумышы менән Мораптал егете. Медицина буйынса ҡулдарына диплом алған белгестәр үҙ Гиппократ антына һәр ваҡыт тоғролар.
Азамат Баһаутдинов ҡулына диплом алғас хеҙмәт юлын 2013 йылда Ырымбурҙа башлай, аҙаҡ тыуған ҡалаһына ҡайтып нығына. Ришат Ниғмәтуллин Өфө медицина университетын тамамлағас, 2011 йылда Күмертауҙа эш башлай. Ошо ваҡыттан алып улар ауырыуҙарҙы дауалайҙар.
– Интернатурала ваҡытта, һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, мин ЛОР-табибы булыуҙы өҫтөн күрҙем. Беҙҙең эш терапияны хирургия менән комплекслы алып бара. Эшләй башалғас был һөнәрҙең үтә лә яуаплылығын тағы ла нығыраҡ аңланым. Белгес булараҡ, бында һиңә ике юл бар: йә үҙеңде тотошлайы менән эшкә бирәһең, йә һиңә унан китергә тура киләсәк. Өсөнсөһө бирелмәгән. Мин үҙ юлымды һайланым һәм быға үкенмәйем, – ти Ришат Фәрит улы.
- Беҙгә ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау сирҙәре менән менән мөрәжәғәт итәләр. Шуныһы үкенесле, пациенттар йыш ҡына нимәһелер ныҡлап ауырта башлағас ҡына килә. Ә сир ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уны аҙҙырырға ярамай, сөнки һаулыҡҡа етди зыян килеүе ихтимал. Барлыҡ мөрәжәғәт итеүсе сирлеләрҙе лә эш көнө сиктәрендә генә ҡарап бөтөп булмай, уларға тейешенсә иғтибар бирелмәй. Шуға ла беҙ ҡалалағы Энергетиктар урамы, 5-се һанлы йортта үҙебеҙҙең “Лор-статус” шәхси клиникаһын астыҡ. Төшкә тиклем стационарҙа эшләйбеҙ, халыҡҡа уңайлы булһын тип, төштән һуң шул клиникала ҡабул итәбеҙ.
Медицина бер урныда ғына торорға тейеш түгел, беҙ ҙә бик тәжрибәле булған Ришат Фәрит улы менән һөнәребеҙҙе камиллаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, замнаға ярашлы, яңыса алымдар ҡулланырға тырышабыҙ. Һәр эште лә бергә кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Бар ерҙәге кеүек, беҙҙә лә проблемалар юҡ түгел. Беҙҙең бүлектә стационраҙа ғына эшләп ултырып булмай, йәшерен-батырын түгел, хеҙмәт хаҡы ла түбән. Был да үҙебеҙҙең клиникабыҙҙы асырға этәргес булды, - ти Азамат Әхмәд улы.
Консультациялар, тикшереүҙәр, планлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, операция эшләү, сирҙәргә алдан диагностика биреү йүнәлешендә арымай-талмай эшләйҙәр улар. Уңған докторҙарҙың тынғыһыҙ хеҙмәте бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
- Төрлө ауырыуҙар менән мөрәжәғәт итәләр беҙгә. Пациенттар бик күп, ауырыуҙар миҙгелләп тә айырыла. Йәй айҙарында күберәк ҡолаҡ ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итәләр. Әлеге ваҡытта тамаҡ, танау, тын юлдары сирҙәре менән ауырыусылар һаны артты. Төп пациенттар – балалар. Улар йышыраҡ сирләй, сөнки иммунитеттары формалашып етмәгән. Шулай уҡ ата-әсәләргә балаларына ҡарата иғтибарлыраҡ булып, табиптар ҡушҡан дауаланыу процестарын дөрөҫ үтәргә кәңәш итәбеҙ. Сөнки тылсымлы таблетка булмай. Дарыу ғына эстең дә шуның менән йүнәлеп киттең түгел. Мәҫәлән, аденоид сире менән мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Был ауырыу яйлап үтә, врач ҡушҡанды теүәл үтәгәндә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Шуға ла табип һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу – мөһим шарт. Әлбиттә, эшебеҙҙең иң ҙур баһаһы – халыҡ рәхмәте. Беҙгә мөрәжәғәт иткән кешеләр тулыһынса дауаланып, ҡыуанып рәхмәттәрен әйтәләр икән шунан да ҙурыраҡ кинәнес тойғоһо юҡтыр аҡ халатлылар өсөн.
Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ, - тиҙәр был үҙәктә эшләгән, пациенттарға Һәр ваҡыт ихтирамлы, иғтибарлы, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған, сирҙе ваҡытында асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм дауа бирергә тырышҡан табиптар.
Азамат Әхмәд улы һәм Ришат Фәрит улы, һеҙгә киләсәктә лә Гиппократ антына тоғро ҡалып, халыҡ
ышанысын аҡлап эшләргә яҙһын. Алтын ҡулдарығыҙҙың йылыһы мохтаждарға ярҙам итһен, 
йомарт күңелдәрегеҙҙән урғылған нур башҡаларға ла күсһен. Тынғыһыҙ ҙа, кәрәкле лә эшегеҙҙә уңыштар, үҙегеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ.
Автор:
Читайте нас