Ауырып һорап килмәй, һау сағыңда ғына диңгеҙ тубыҡтан була, сәләмәтлек тураһында бик уйлап бармайһың, ә инде сирләп киттеңме...
Машинаның тәҙрәһен асып йөрөп, бер яҡ яңаҡҡа һыуыҡ тейҙе. Үлтереп һыҙлай, шуныһы насар: нимәң һыҙлағанды белеп булмай, әллә теш, әллә ҡолаҡ. Ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙан эсеп бер нисә көн (көнө ярай, төндәре - яфа) яфаланғас, иптәштәрҙең кәңәше буйынса поликлинкаға юл тоттом. Үҙемдең барғы килмәй, бер барып никтыуҙым көнөнә төшөрөп ҡайтарғайнылар, пациентҡа малға ҡараған һымаҡ ҡарайҙар. Хәйер, юҡ, малға арыу кешенең мөнәсәбәте яҡшы була, быларҙың ҡылығы нормаль кешенең башына һыймай, әйтерһең, уларҙан миллион һумдар алып тороп, кире бирмәгәнһең һәм улар һинән үстәрен ала.
Регистратурала бер йәш ҡыҙға әйттем: шулай-шулай яңаҡ һыҙлай.
- Һеҙҙе кемгә яҙайым?
- Әллә. Терпевҡалыр - дауаханаға йөрөү практикаһы юҡ, эштән шулай тигәйне иптәштәр, терапевт әйтер ниндәй докторға барырға икәнен.
- Ул һеҙгә нисек ярҙам итһен?
- Улайһа, кемгә барайым?
- Белмәйем.
- Үҙемә -үҙем диагноз ҡуя белмәйем, шуға һеҙгә килдем. Бәлки, тура моргҡа барырғалыр, - асыу килеп китте.
- Не хамите мне!
Аптыра ла төш. Яуап итеп әйтер һүҙ юҡ. Торараҡ был ҡыҙ ЛОР-ға бар тине. Тәғәйен врачын тапты ахры.
320 кабинет. Торам. Йәш бер егет, башы менән генә ымлап саҡырҙы, шулай уҡ, ымлап, ултырғысҡа күрһәтте. Ике һүҙ менән нимә ауырта, нисек ауырта икәнен әйттем, был ҡолаҡҡа әллә нәмәһен тығып ҡараны, танауға, ауыҙға ла тыҡты.
- Минең, бәлки, тройничный нерв зарарланғандыр, - бая бер ҡатын шул нервың сирләһә, битең ҡыйшайып ҡалыуы ихтимал тип өркөткәйне.
- Молчите!
- Бына ошо еренән...
- Я сказал, молчите, или выйдите вон!
Бындай дорфалыҡтан ҡаушап ҡалдым. Аптырағас:
- Почему вы все такие злые? - тип һорарға тел әйләнде.
Өндәшмәне егет. Янында ярҙамсы ҡатын ултыра, беҙҙең халыҡҡа оҡшаған, ул бер ни булмағандай, ҡағыҙҙарына текәлгән, күрәһең, минең менән булған хәл - ҡәҙимге хәл.
- Ошоно эс.
Ҡараһам, ауыртыуҙы бөтөрә торған дарыу яҙған. Һуң, шуны бит мин бөгөн төнө буйына эсеп сыҡтым.
- Бәлки, антибиотик берәй...
- Юҡ. Һау булығыҙ.
Күңелде йыртып асып, эсенә төкөргәндәй хис ҡалды. Күмертау поликлинкаһында, иманым камил, һәйбәт табиптар ҙа барҙыр, әллә миңә генә аламалары осрап тора. Йөҙгә (ҡырынмаған бит), кейемгә ҡарап (арзан куртка, свитер - бөгөн рәсми ерҙәргә бараһы түгел, нимә тип галстук тағып йөрөмәк кәрәк) ҡабул иттеләр әллә былар, әллә... Нимә тип уйларға ла баш етмәй.
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.