

Бәләкәй сағынан уҡ тырышлығы менән айырылып торҙо. Уҡыуҙа тик яҡшы билдәләргә генә өлгәште. Беҙҙең уға өмөтөбөҙ ҙур булды, һәм ул уларҙы аҡланы - лицейҙан һуң медицина университетына уҡырға инде. Учалы, Белорет ҡалаларында эшләне. Һамар өлкә клиник офтальмология дауаханаһында эшләп йөрөгәндә уны үҙебеҙҙең яҡҡа саҡырып ҡайтарҙылар. Был хәлгә беҙ ҙә ҡыуандыҡ, сөнки балалар яҡында булғанда, күңелгә еңелерәк. Хәҙер инде ике ейәнсәрем һәм киленем менән аҙна һайын тейерлек ауылға ҡайтып йөрөйҙәр. Киленем Линара ла һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Рәмил өлгөлө ағай ҙа. Ул туғандарына һәр ваҡытта ярҙам итә, уларға аҡыллы кәңәштәр бирә. Ә улар үҙ сираттарында ағалары менән ғорурланалар һәм унан үрнәк алалар. Әҙилә ҡыҙым да медицина юлын һайларға пландар ҡора...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.