Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Март , 16:54

Артабан да халыҡ һаулығы өсөн хеҙмәт итәсәкбеҙ!

Кисә Күмертау үҙәк дауаханаһында ҡала һәм районыбыҙҙың табиптарының, шәфҡәт туташтарының киңәйтелгән кәңәшмәһе булды

Артабан да халыҡ һаулығы өсөн хеҙмәт итәсәкбеҙ!
Артабан да халыҡ һаулығы өсөн хеҙмәт итәсәкбеҙ!

Унда үтеп киткән 2025 йыл һөҙөмтәләренә байҡау яһап, баш табип Маркелов Григорий Сергеевич сығыш яһаны. Ултырышта шулай уҡ Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астахов менән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Тереғолова сығыш яһанылар. Йыйылыш барышында бер төркөм табиптарға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙылар. Шулар араһында Яҡшымбәт ауыл Советы ҡараған ауыл халҡын хеҙмәтләндергән Мораптал участка дауаханаһының баш табибы Әнүр Әкрәм улы Күсәпов менән Яҡшымбәт ауылы амбулаторияһының баш табибы Розалия Рафаэль ҡыҙы Ғәлиеваға ла бар ине.
Бүләкләнеүселәребеҙҙе һәм әҙәм балаһының һаулығын ҡурсалаған һәр бер табипҡа, шәфҡәт туташтарына именлек теләп ҡаламын.
- 1989 йылдан бирле Яҡшымбәт амбулаторияһында теш табибы булып эшләйем. Эшемде баһалап ҙурлағандары өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да халыҡ һаулығы өсөн хеҙмәт итәсәкмен, - ти Розалия Рафаэль ҡыҙы.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас