Һаулыҡ һаҡлау
9 Апреля , 07:03

Бик уңайлы

Бөгөн улар Аҡһарыла булды.

Бик уңайлыБик уңайлы
Бик уңайлы

Район ауылдары буйлап “Һаулыҡ үҙәге” дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Бөгөн улар Аҡһарыла булды.
Ауылыбыҙҙа уларҙы күреүгә ҡыуандыҡ. Ҡаланан йыраҡ торған ауылдар өсөн был бик уңайлы. Бигерәк тә оло йәштәгеләр шатланды. Ҡатын-ҡыҙҙар маммография үтеп, гинеколог кеүек белгестәргә күренеп, үҙебеҙҙең сәләмәтлегебеҙҙе тикшерттек. Һәр беребеҙҙе иғтибар менән ҡабул итеп, төрлө кәңәштәр биргән табиптарға ҙур рәхмәт. Иҫән-һау эшләһендәр, башҡа ауылдарға ла йөрөп, халыҡты ҡыуандырһындар, тип теләйбеҙ.
Ғәлиә МИФТАХОВА, Аҡһары ауылы

Автор:
Читайте нас