

Табиптар бер нисә көн районда эшләйсәк, был турала алдан хәбәр иткән инек. Уларҙы иң тәү булып керәүлеләр ҡаршы алды (бында поезд ике көн халыҡты ҡабул итәсәк). Ҡаршы алыу «ни хәлдәһегеҙ, рәхмәт, килгәнегеҙгә» тип ҡул бирешеү кеүек булманы, милли сыуаш кейемдәрен кейеп, йырҙар йырлап, бәлештән ауыҙ иттереп ҡаршы алдылар.
Ауыл башлығы И. Ворошиловтың һуңғы мәлдә йоҡо, тыныслыҡ тигәнде күргәне юҡ, Һаулыҡ поезы килә тигәс, машиналарға урын, уларға электр тоташтырыу, интернет булдырыу, табиптарҙы ашатыу, уларға ҡунырға урын эҙләү (бер нисә кеше квартирант һымаҡ итеп алып ҡайтасаҡ врачтарҙы – шәп, бер юлы йорттарында ғына үҙҙәрен ҡарата алалар)...
Әле лә ауыл хакимиәте янына машиналар килеп тулыу менән әле былай, әле тегеләй йүгергеләне:
- Вася бабай, ниңә ситтән үтеп бараһың, кил, күрен табиптарға!
Автомашиналар эсендә генә тикшерелмәне халыҡ, ҡайһыһы ФАП-ҡа үтте, кемеһелер силсәүит бинаһына инде – Керәүлелә һаулыҡты тикшереү был көндө киң йәйелгәйне.
- Пульмонолог кем була ул, ҡайһы ерҙе ҡарай ул?
Белмәгәнерәк, дауахананан ситтәрәк булған ҡайһы береһе шулай тип һораны. Аңлаттылар. Шулай уйлап ҡуйҙыҡ: ғүмерең буйына табиптарҙың исемен белмәй, тимәк, сирҙең ни икәнен белмәй йәшәһәң ине.
Һаулыҡ поезы эшен артабан дауам итә. Артбан ул Свобода: 05.08.2026 һәм 06.08.2026; Көйөргәҙе - 07.08.2026; Шәбағыш 10.08.2026 һәм 11.08.2026 ауылдарында халыҡты ҡабул итәсәк.
Ошо хаҡта алдараҡ: Когда «Поезда здоровья» начнут движение по Куюргазинскому району?