Һаулыҡ һаҡлау
9 Августа , 04:15

Музыкотерапия

Һаулыҡ поезы Көйөргәҙе районындағы эшен дауам итә.

МузыкотерапияМузыкотерапия
Музыкотерапия

Иртәгә поезд Шәбағышта була, ул был ауылда ике көн халыҡты ҡабул итәсәк.

Ә үткәнендә табиптар Көйөргәҙе ауылында булды. Табиптарға ла, килгән кешегә лә күңелһеҙ булмаһын тип, яндарында Яҡшымбәт егете Рәсим Бикмаев ҡурай тартып торған.

...Сирҙәрҙе төрлөсә дауаларға була, һәр саҡ дарыу йоторға, укол ҡаҙарға тимәгән. Шуларҙың береһе - музыка. Үтә ныҡ яман ауырыуҙы еңә алмаһа ла, кешегә йыр-моң еңеллек килтерә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Ауыр саҡтарҙа, күңел торошоңа ярашлы йырҙы көйлә, рәхәтерәк булып китә. Шуға Көйөргәҙе ауылында, башҡа ауылдарға ҡарағанда, табиптар берәүгә күберәк булған - Рәсим дә, ниндәйҙер кимәлдә, халыҡты дауалаған.

Алдараҡ: Туҡталыш - Көйөргәҙе!

Автор:
Читайте нас