Тынсыу кабинетта ултырып, ҡапыл сәхрәгә сығыу тәьҫир иттеме, әллә Киров хужалығының уңыштары тураһында ишетеп, бындағы халыҡтың дәрт тулы күңелдәренә ҡағылыуҙанмы - баштар әйләнде.
Головокружение от успехов, Д. Байгилдиндың баш осонда эленеп торған Сталин әйтмешләй. Әйткәндәй, контораның ҡаршыһында иптәш Кировтың яңыртылған һәйкәле ҡаршы алды беҙҙе - ҡайҙа килгәнеңде белеп кил.
Хужалыҡ етәксеһе Дамир Байгилдин, ярҙамсыһы Нәүғәт Хисмәтуллин менән бергәләп, Кировты әйләндек. Яңы техника (беларустарҙыҡы, Дамир Таһир улы был тракторҙы республикала иң беренсе булып ҡулға төшөргән икән -001 номерлы), Чехиянан килгән һыйырҙар, улар яңы ғына донъяға килтергән быҙауҙар (әлегә 8), яңыртылған ферма, иген келәттәре, тиҙҙән ергә күмелер орлоҡтар...
Ярты көн йөрөнөк, ә танһыҡтар ҡанманы, егеттәрҙең уңыштары тураһында тыңлаған һайын тыңлағы килде....
Материал - киләһе һанда.