"Ялан көнө" быйыл беҙҙә лә үтәсәк, Киров хужалығы ерендә. Бәлки, шуғалыр ҙа, ошо сараны иҫтә тотоп, кисә Ауыл хужалығы министры ҡайтырға бик ашығып бармағандыр - кеше килһә, оят булып тормаҫмы, былар мине мәсхәрәгә ҡалдырмаҫмы?
Илшат Фәзрахманов байтаҡ ерҙәр үтте, крәҫтиәндәрҙең ҡулын ҡыҫты, хәл-әхүәлдәрен белеште. Дөйөм алғанда, ҡәнәғәт ҡалды: Көйөргәҙегә кемде саҡырһаң да йөҙ ҡыҙармаҫ, һеҙҙә ысын ер кешеләре йәшәй икән!
Репортаж - киләһе һанда.