Ауыл хужалығы
26 Май 2023, 04:52

Киләсәкте уйлап эшләйбеҙ

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән районыбыҙҙың «Искра» хужалығында иген үҫтерә торған баҫыуҙарға органик ашлама сығара башланылар.

Киләсәкте уйлап эшләйбеҙКиләсәкте уйлап эшләйбеҙ
Киләсәкте уйлап эшләйбеҙ

Ғәҙелхай Боҫҡанов, хужалыҡтың баш агрономы:
- Әлеге көндә кеүәтле техникалар менән баҫыуҙарға көнөнә 1300 тонна органик ашлама сығарабыҙ. Быйыл барлығы 1200-1400 гектар майҙанды туҡландырырға уй бар. Бөгөнгө көндә барыһы 6500 тонна ашлама сығарҙыҡ. Беҙ киләсәкте уйлап эш итәбеҙ.
Ришат Собханғолов, механизатор:
- Көнөнә 72 машинаға органик ашлама менән тейәп, улар бер-бер артлы китеп кенә тора. Юғары ойошҡанлыҡ менән эште бик әүҙем алып барабыҙ.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы 

Автор:
Читайте нас