Малдарға аҙыҡ әҙерләүҙе иң тәүгеләрҙән булып Ит Союзы башланы. Улар әле сенаж һала. Керәүле яҡтарында барыһы ишелеп уңа, үлән дә быйыл мул ғына. Ит Союзы, әйткәндәй, районда иң күп мал аҫыраған хужалыҡ, бында 4,5 мең баш эре мал һанала.
Малдар ашаһын, туҡ булһын, уларға ҡарап, беҙҙең дә өмөттәр ҙур булыр.