

Ал-ял белмәй эшләй торғас, апаруҡ ваҡыт үтеп киткән, ял итергә ҡайҙа - колхозда баш күтәрерлек түгел, иртән тороп китәһең, кис ҡайтып ауаһың.
Әле ул, отгул алып, баш ҡалабыҙҙа йөрөп ҡайтҡан. Балаларында ҡунаҡ булған.
- Ейән-ейәнсәрҙәемде күреп, уларға күстәнәстәр алып, ҡыуанып ҡайттым. Ял итеү рәхәт тә ул, әммә йәй эш ҡайнаған мәл, - ти Камил ағай.
Хәҙер ул көсләнеп, дәртләнеп эшкә сумасаҡ. “Киров хужалығында хәҙер ремонт эштәре гөрләй, урып-йыйыу эштәренә әҙерлек ныҡлы бара, биш көн эсендә эшемде һағынып та өлгөрҙөм”.