

- Бая сығып ҡараным, башҡа эҫе ҡапты, тиҙ генә кире ҡайтып киттем. Баҫым күтәрелә лә китә, бесән тип үлеп ятырғамы, - бер кеше кисә, бесән хәлдәрен белешкәс, шулай тип әйтте. Иртә таңдан сығам да, ҡояш һүрелгәс, кис йәнә сығам.
Ауыл кешеһенең башҡа әмәле юҡ, бесәнде ваҡытында сабып, йыйып, эште бөтөрөп ҡуйырға кәрәк. Ҡалала ғына ул, бигерәк эҫе, барығыҙ, яфаланып ултырмағыҙ тип, эштән иртәрәк ҡайтарып ебәрә алалар (әйткәндәй, кисә беҙ ҙә шулай иттек).
Әле малға аҙыҡ әҙерләүҙең ҡыҙған осоро, эҫе көндәр йәнә лә бер бәлә өҫтәне: салғынан осҡон сығып, ут ҡабынып китеүе ихтимал. Күҙ-ҡолаҡ булып тормаһаң, бесәнһеҙ түгел, урманһыҙ ҙа ҡалыуың ихтимал.