Все новости
Ауыл хужалығы
27 Сентября 2023, 12:12

Һыуәйҙәгеҙ, малҡайҙар!

- Малсылыҡ менән бик күптән шөғөлләнәбеҙ. 

Һыуәйҙәгеҙ, малҡайҙар!
Һыуәйҙәгеҙ, малҡайҙар!

Күптәр мал тотоу бөгөнгө көндә сығымлы, килеме юҡ, ти. Ә беҙ улай тип уйламайбыҙ, мал тотоуҙың файҙаһы бар, сөнки кеше туҡланмайынса йәшәй алмай, шуға күрә ит менән һөт һәр ваҡыт кәрәк. Мал тотоу эше еңелдән булмаһа ла, нисектер ныҡлы бер терәк кеүек булып тора, аҡсаның гел запаста барлығы тыныслыҡ булдыра. Тормош иптәшем Рәүил Айрат улы тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән кеше булараҡ, улдарыбыҙҙы ла хеҙмәт һөйөүсән, егәрле итеп тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙ был өлкәлә эште башлап ебәргән инек, хәҙер улдарыбыҙ дауам итә. Өс улыбыҙ бар, ҙур улыбыҙ баш ҡалала йәшәп, шунда уңышлы эшләп йөрөй, ике улыбыҙ яныбыҙҙа. Малға ризыҡ табыу, бесән эшләү ауыр, тип әйтә алмайым, бергәләп эшләгәс, эштәр шәп, яйлы бара, Аллаға шөкөр. Хәҙер улдарыбыҙ бар эште лә үҙҙәре алып бара, беҙ уларға терәк кенә булып торабыҙ. Техниканы ла, малдарҙы ла Рәсил улыбыҙ алды, беҙҙән шул тел ярҙамы ғына инде. Хөкүмәттән улай ҙурлап ярҙам булғаны юҡ, әле бына был 69 баш малдарға булыр, тип өмөтләнәбеҙ инде, - ти, уңған хужабикә Розалия Бикмаева.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә яҙылды. 

Автор:
Читайте нас: