Все новости
Ауыл хужалығы
5 Февраля , 10:20

Ҡышлатабыҙ

Рәшиҙә Искәндәрова, Яҡуп ауылындағы һөтсөлөк фермаһы мөдире:

Ҡышлатабыҙ
Ҡышлатабыҙ

- “Искра” хужалығының Яҡуп бүлексәһендә малдарҙы ҡышлатыу өсөн ике йыллыҡ мал аҙығы әҙерләнде. Тәүлегенә 8-10 цетнер һөт һауып алабыҙ. Ҡышҡы миҙгелде юғалтыуһыҙ сығырбыҙ тип торабыҙ.
Венер Бикмаев, Яҡшымбәт һөтсөлөк фермаһы мөдире:
- Фермала барлығы 1150 баш мал аҫрала. Мал аҙығы етерлек. Бесән, силос, сенаж, ҡатнаш аҙыҡ өсөн фураж да кәрәкле күләмдә әҙерләнде. Хужалыҡтың һөтсөлөк фермаһында тәүлегенә 95 цетнер һөт һауыла. Етештерелгән һөттөң ҡуйылығы 4,2 процент тәшкил итә, йәғни һөт бар күрһәткестәр буйынса, юғары сифат менән оҙатыла эшкәртеүсе ойошмаға.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Ауыл хужалығына бәйле мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: