Хәйер, ҡыш буйы был эштең туҡталғаны юҡ, крәҫтиәндең бар эшләгәне, башлыса, яҙғы сәсеүгә әҙерлеккә йүнәлтелгәйне.
Бөгөн инде, барыһы бергә йыйылып, Агорномик кәңәшмә үткәрҙеләр. Йолаға әүерелгән сара быныһы, йыл да үтә, йыл да кәңәшләшәләр.
Өфөнән Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков та килгән.
- 107 меңдән ашыу майҙандың, бер метр ерен дә буш ҡалдырмай, сәсеп бөтөргә кәрәк. Илдә тыныс мәл түгел, үҙегеҙҙең төп эшегеҙҙе башҡарыуҙан - илде туйҙырыуҙан тыш, армияға ла ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт.
Йәштәрҙе ауылға ҡайтарыу - һаман булһа актуаль проблема булып тора. Яҡшымбәт менән Яңы Мораптал мәктәптәрендә агрокластар астыҡ, бәлки, әле шул кластарҙа уҡыған балалар киләсәктә ауылға ҡайтыр, юғиһә, кадрҙар менән ауылда бәлә.
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла.