Все новости
Ауыл хужалығы
7 Апреля , 16:26

Уңыштарға ҡыуанып ултырырға яҙһын

Радмир АҘНАБАЕВ, Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе:

Уңыштарға ҡыуанып ултырырға яҙһын
Уңыштарға ҡыуанып ултырырға яҙһын

- Хужалығым ҙур булмағас, сәсеү эштәрен дә, урыу эштәрен дә сит көстәр ҡулланмай ғына атҡарып сығам. Шулай ҙа, ер эше еңелдән түгел, шуға күрә ярҙамһыҙ ҙа булмай, Аллаға шөкөр, был яҡтан мин уңдым. Миңә ярҙамға бер туған ағайым Радик һәм бер туған мырҙам Закир киләләр, шулай уҡ Азамат Туҡтаров һәм бабайым Мөнир Мәһәҙиев та ярҙам итеп торалар. Минең барлығы 170 гектар ерем бар, шуларҙың 110 гектарына бойҙай, һоло, арпа һәм көнбағыш сәсәбеҙ. Бөгөнгө көндә сәсеүгә әҙерлек гөрләп бара, орлоҡтар алынған, тулыһынса әҙер, әҙерәк техниканы рәткә килтерергә генә ҡалды, уныһының да тиҙҙән осона сығырбыҙ. Беҙҙең яҡта ҡар күберәк, шуға күрә еребеҙ ҙә башҡалараға ҡарағанда оҙағыраҡ кибә, шул ерҙәр кибеү менән баҫыуҙарға төшөргә планлаштырабыҙ. Алла бирһә, иҫән-һау сәсеп, йылыбыҙ ямғырҙарға булып, көҙөн уңыштарға ҡыуанып ултырырға яҙһын.

Автор:
Читайте нас: