Все новости
Ауыл хужалығы
7 Апреля , 16:30

Улай-былай булып тормаһын

Руслан ТАҢАТАРОВ, А-7 Агро агрохолдингыһының Көйөргәҙе районындағы бүлексәһе етәксеһе:

Улай-былай булып тормаһын
Улай-былай булып тормаһын

- Башҡаларҙан ҡалышмай, беҙ ҙә сәсеү эштәренә тулыһынса әҙер, тип әйтер инем, әлегә техникаларыбыҙҙың ҡайһы берҙәренә запчастар көтәбеҙ, улар сит илдән килгәс, саҡ ҡына тотҡарланалар, улар килеп етеү менән техниканы рәткә килтереп, баҫыуҙарға төшөрбөҙ, тип план тотабыҙ. Орлоҡтарҙа әлегә тулыһынса алынып бөтмәгән, уларҙы алып ҡайтыу өҫтөндәбеҙ. Шулай уҡ, шыйыҡ һәм ҡоро ашламалар алдыҡ, уларҙың ҡайһы берҙәрен Мәләүездән генә алһаҡ, ҡайһы берҙәрен Тольяттинан КуйбышевАзот ойошмаһынан да алып ҡайтабыҙ. Хужалығыбыҙҙа барлығы 42 кеше эшләй, бөгөнгө көндә һәр кем үҙенең техникаларын ҡарайҙар, сәсеү эштәре башланғас улай-былай булып тормаһын, тип тырышалар.

Автор:
Читайте нас: