+13 °С
Болотло
Сәсеү эштәренә тулыһынса әҙербеҙ, орлоҡтар алынған, минираль ашламалар алынды, яғыулыҡҡа, техникаларҙың әҙерлегенә килгәндә лә барыһы ла тәртиптә, механизаторҙарыбыҙ ҡыш көнө лә ял итмәне бар техниканы ҡарап, әҙерләп, кәрәк ерҙәрен ремонтлап ҡуйҙы. Эшләргә кеше бар, малсылыҡ менән бергә алып әйткәндә беҙҙең хужалыҡта барлығы 60-тан ашыу кеше эшләй, улар барыһы ла үҙ эштәренә яуаплы ҡарай, шуныһы ҡыуаныслы. Шулай итеп, тулы әҙерлектәр менән һауа торошон ғына көтәбеҙ, Алла бирһә, ер кибеү менән яҡынса май баштарында баҫыуҙарға төшәсәкбеҙ.