Все новости
Ауыл хужалығы
1 Июля , 07:15

“Искра” уңғандары мал аҙығы әҙерләй

Крәҫтиәнгә бер ҡасан да еңел булмаған, шуға күрә зарлана, тип ҡабул итмәгеҙ. Беҙҙең бурыс – сәсеү, үҫтереү, уңыш йыйыу. Был эштәрҙе быға тиклем нисек күңел биреп, бөтә тырышлығыбыҙҙы һалып башҡарғанбыҙ, киләсәктә лә шулай дауам итәсәкбеҙ.

“Искра” уңғандары мал аҙығы әҙерләй
“Искра” уңғандары мал аҙығы әҙерләй

Бөгөн ялан-ҡырҙарҙа эштең гөрләп торған сағы: бесән сабыла, сенаж әҙерләнә, мал аҙығы ҡуралар янына ташыла. Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында ла сенаж, бесән сабыу мәленә тура килдек. Кооператив етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин эштәр барышы менән ихлас таныштырҙы, бер ыңғай ауыл уңғандарының бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре, бөгөн крәҫтиәнде борсоған мәсьәләләр тураһында ла йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Искра” – райондағы иң эре хужалыҡтарҙың береһе, ул 12 ауылды берләштерә, уның ҡарамағында алты бригада эшләй, йәмғеһе 247 кеше мәшғүл. Кооператив 19420 гектар ерҙе биләй, шуның 18600 гектары – һөрөнтө ерҙәр. Хужалыҡ уңғандары ошо баҫыуҙарҙа бойҙай, арыш, арпа, һоло, кукуруз, көнбағыш, етен кеүек культуралар үҫтерә. Етәкселек бойҙай менән арышты көҙҙән сәсеү ысулына өҫтөнлөк бирә, мәҫәлән, быйылғы баҫыуҙарҙағы бойҙайҙың – 4900, арыштың 1234 гектары тап ошо алым менән сәселгән.

“Искра”лар үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағына ла етди иғтибар бүлә. Алты һөтсөлөк фермаһында 3200 баш һыйыр малы аҫрала, шуларҙың 730-ы – һауын һыйыры. Көндәлек һауым 12 тонна тирәһе тәшкил итә, аҡты Мәләүез һөт-консерва комбинатына оҙатып торалар. Ферма мөдирҙәре Илдар Ишмөхәмәтов, Венер Бикмаев, Рәшиҙә Искәндәрова, һауынсылар Люциә Хәлитова, Гөлсәсәк Исхаҡова, Вилиә Ишмөхәмәтова, Гөлсәсәк Хәлитова, Гөлсәсәк Бикҡужина ошо тармаҡтың уңғандары булып танылған.

Әйтеүебеҙсә, әлеге көндә хужалыҡта төп иғтибар мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Беҙ барғанда ике звено сенаж һалыу эштәре менән булыша ине. Барлығы 2500 тонна сенаж һәм 522 тонна бесән әҙерләнгән, әлбиттә, был күрһәткестәр көн һайын үҫеш яғына табан үҙгәрә бара. Был эштәрҙә Илмир Кинйәғолов, Рим Ғәлимов, Радик һәм Тимербай Бикмаевтар, Ранил Рәхмәтулов, Айҙар Яманһаров, Таһир Хәсәнов кеүек тырыш ир-егеттәр ал-ял белмәй эшләй.

Беҙ барған Оторван баҫыуында ла эштәр гөрләй ине. Хеҙмәт алдынғылары булып танылған механизаторҙар Илшат Түләков, Хәбир Хәмитов, Шәүкәт Ишкинин, Самат Сөләймәнов тигеҙ рәт булып теҙелгән һуңғы бакуйҙарҙы сенажға сабыу һәм ташыу менән мәшғүл. Хужалыҡтың техника паркының төҙөк һәм тейешле кимәлдә булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Егеттәр үҙҙәре лә хеҙмәт шарттарынан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Әйткәндәй, эш хаҡы ла һәйбәт кенә: мәҫәлән, яҙғы сәсеү, ураҡ осоронда алдынғы механизаторҙар 90 – 100 мең һум тирәһе ала.

Сенаж һалыу менән мәшғүл “К-700” тракторҙары янында ла туҡталдыҡ. Ҡеүәтле техника менән оҫта идара итеүселәр дүрт-биш тиҫтә йыл туған хужалығында намыҫлы хеҙмәт иткән оло ғына ағайҙар – Хөрмәт Байғужин менән Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәһим Ниғмәтуллин булып сыҡты. Улар икеһе лә Абдул ауылынан, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әле булһа, тырышып эшләп йөрөйҙәр. Хөрмәт ағайҙың дөйөм стажы – 50, Фәһим ағайҙыҡы – 41 йыл.

– Ауыл халҡы эшһеҙ тора алмай. Беҙ ҙә хужалыҡтың үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, тип тырышып йөрөгән көнөбөҙ. Йәйгеһен – мал аҙығы әҙерләүҙә, артабан – ырҙында иген тейәүҙә, ҡышҡыһын юл таҙартыуҙа булышабыҙ. Әлбиттә, йәштәр ауылда ҡалып, беҙгә алмашҡа килһә, ҡыуанып, ялға юлланыр инек, – тине пенсионер ағайҙар.

Ысынлап та, хужалыҡта йәш көстәрҙең етешмәүе – ҙур һәм етди мәсьәләләрҙең береһе. Был хаҡта кооператив рәйесе Рәмил Мостафин да бер нисә тапҡыр борсолоп та, әсенеп тә әйтеп алды. Шулай ҙа хәл бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелерлек түгел. Мәҫәлән, бесән сабыу менән шөғөлләнгән Марсель Йәмилев – тыуған төйәгендә, Яҡуп ауылында, төпләнеп, тырышып эшләп йөрөгән йәш механизатор. Ғаиләһендә ике ҡыҙ, ике малай үҫә. “Афарин! Иң мөһиме – бына ошо!” – тип күп балалы атайҙың арҡаһынан ҡағып, хуплауын белдерҙе Рәмил Ғиниәт улы.

Ҡуяншыуар тауы битләүендәге иркен яланда трактор менән бесән сапҡан икенсе механизатор Альберт ағай Аҡсурин 40 йылға яҡын туған хужалығында хеҙмәт итә. “Быйыл бесән һәйбәт. Һауа, эш шарттарына ҡарап, өлгөргән тиклем ташып алабыҙ, күпмелер өлөшөн яланда эҫкерт итеп ҡоябыҙ”, – тине бесәнселәр. Был эштә Мөнир Сәлтәшев, Илһам Әхмәтов, Илдус Мөхәмәтйәров, Илшат Бикҡужин, Фәтих Фәйезов, Азат Ҡотлөмбәтов, Насип Ташбулатов, Рим Ғәлимов, Рәсил Мөкминшин, Фәнил Вәлиевте лә билдәләп үтергә кәрәк.

Артабан баҫыу юлы буйлап ҡайтыр яҡҡа йүнәлдек. Игендәр матур, таҙа. Хужалыҡ етәксеһе ашлама индереүҙә, химик утауҙа яҡшы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән Фаил Суйыновты, Рәмил Яйҡаровты, Азат Ишкининды, Альфред Абдуллинды маҡтап телгә алды. “Искра”лар ауыл хужалығы эштәрен фән яңылыҡтарын, урындағы тәбиғәт һәм һауа шарттарын иҫәптә тотоп алып барырға тырыша. Был төбәктә ҡоролоҡ хәүефе көслө, эште ойошторғанда ошо фактор ҙа мөһим роль уйнай. Быйыл, бәхеткә күрә, ямғырҙар ярайһы уҡ яҡшы яуған, шуға күрә баҫыуҙа иген дә, ялан-ҡырҙа бесән дә мул, әммә хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улының һәр нимәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар.

– Ҡырҙағы ашлыҡҡа ҡарап, һөҙөмтәне фаразларға яратмайым. Уңыш бураларға инеп ятҡас, иҫәпләнә. Ауыл хужалығы – ҡатмарлы тармаҡ, бында көтөлмәгән хәлдәр йыш була, күп нәмә тәбиғәт шарттарына, һауа торошона ла бәйле, – ти тәжрибәле етәксе. Бөтә ғүмерен тыуған төйәгенең үҫешенә арнаған, 34 йыл ошо хужалыҡты лайыҡлы етәкләгән хөрмәтле шәхестең һүҙҙәре хаҡ, әлбиттә. Уның фиҙакәр хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Салауат Юлаев ордены һәм башҡа бихисап наградалар менән билдәләнгән. Ауылдарҙың яҙмышы, күмәк хужалыҡтарҙың киләсәге, еребеҙҙе әләф-тәләф итмәйенсә һөҙөмтәле файҙаланыу, уға хужаларса ҡараш булдырыу кеүек етди һорауҙар борсой тыуған еренә ереккән уҙаманды.

– Уңыш аҙ булһа ла ҡыйын, күп булһа ла. Запас частарға, яғыулыҡҡа хаҡтар артҡандан-арта, ә беҙ күпме көс түгеп етештергән продукцияның хаҡы түбән. Крәҫтиәнгә бер ҡасан да еңел булмаған, шуға күрә зарлана, тип ҡабул итмәгеҙ. Беҙҙең бурыс – сәсеү, үҫтереү, уңыш йыйыу. Малсылыҡта – һөт, ит етештереү. Был эштәрҙе быға тиклем нисек күңел биреп, бөтә тырышлығыбыҙҙы һалып башҡарғанбыҙ, киләсәктә лә шулай дауам итәсәкбеҙ. Һаулыҡ булһын һәм донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын – ошолары мөһимерәк, – тине әңгәмә һуңында “Искра” хужалығы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Автор:
Читайте нас: