Все новости
Ауыл хужалығы
23 Июля , 17:30

Малдар туҡ, күңелдәр көр булһын

Һай, кирелеп китеп бесән сабыуҙары.

Малдар туҡ, күңелдәр көр булһын
Малдар туҡ, күңелдәр көр булһын

Биттән тир аға, ҡаш ҡына тирҙе тотоп ҡала алмай - күҙ әсетә, күгәүендәр талай, саң. Шулай ҙа бесән эшләүҙең үҙенең ниндәйҙер романтикаһы бар. Хәҙер береһе лә салғы тотоп сапмай, бар эште трактор башҡара - прогресс. Шулай ҙа һәнәкте онотҡан юҡ. Бәләкәй Муса ауылының аҫыл ирҙәре яланда рәхәтләнеп бесән эшләй. Миһранов Ильясҡа Миһранов Фидан, Алмаз һәм Айҙар Сабировтар ярҙамлашып йөрөй. Яндарына барҙыҡ. Был бәләкәй генә малайҙарҙан (Алмаз менән Айҙар) берәй толк бармы әллә айран ғына килтерергә шәптәрме тип һорашҡан булдыҡ.
- Һооо, еще как ярҙам итәләр. Күмертауҙан улар. Береһе БРГИ-ла, икенсеһе 13 мәктәптә уҡый. Мырҙаларға ҙур рәхмәт, миңә ярҙамдары ныҡ тейә,- Ильяс ағай туғандары яғына яратып ҡарап ҡала.
- Малды күп тотаһығыҙмы?
- Апаруҡ инде. Әле бына отпуск алдым да бесәнгә тотондоҡ. Подземгазда эшләйем мин.
- Подземгазда эшләгәс, нимәгә һеҙгә бесән?
- Ауылда нисек малһыҙ йәшәйһең, ул бит беҙҙең йәшәү рәүеше.
Шәпләнеп китеп, ностальгияға бирелеп, беҙ ҙә һәнәккә йәбешкән булдыҡ.
- Лапырайтып һал.
- Өҫкә саң ҡуныр тип ҡурҡам.
- Күңел таҙа булһа, тәндәге бысраҡ пүстәк, - ағайыбыҙ философияға бирелеп китте.
Крәҫтиәндә әле бер фәлсәфә - ҡышҡа аҙыҡ әҙерләү. Был эшендә уңыштар юлдаш булһын, малдар туҡ, күңелдәр көр булһын.

10 ИЮЛЬ, 2019 ЙЫЛ. 

Автор:
Читайте нас: