Кисә, ямғыр булырын алдан белеп, эште тиҙләтергә тырыштылар.
Ҡылды ҡырҡҡа ярыр бесән мәле,
Терелделәр урман юлдары;
Сабынлыҡта бөгөн күп кешеләр:
Кемдең ире, кемдең улдары.
Шуныһы: хәҙер бесәнде башлыса техника саба, йыя. Бер яҡтан быныһы шәп, шулай ҙа, Владик Сафаров көрһөнөп ҡуя: бесән эшенә егеттәр етмәй.
Ниңә етмәй, быныһын асыҡлап торманыҡ, былай ҙа аңлашыла.
Нисек булһа ла, үҙегеҙ тапҡандың бәрәкәтәтен үҙегеҙ күреп, йәшәргә яҙһын, илкәнәйҙәр. Һәм тағы: бесән сабыр, ер һөрөр, иген, мал үҫтерер егеттәребеҙ ҡайтһын, күбәйһен.
- Беҙ турбулентлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Бөгөн күп нәмәләрҙе алдан күҙаллауы ауыр. Әммә ауыл хужалығына ярҙам итеү - беҙҙең өсөн эштең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала. Ғөмүмән, Башҡортостанда ҙур, иҫ киткес потенциал – ер, хеҙмәт ресурстары, компетенциялар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.