Бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ урып алыу хәстәрлеге менән йәшәй районыбыҙҙң аграрийҙары. Әлеге мәлдә баҫыуҙарҙа көҙҙән сәселгән ужым бойҙайы менән арыш игенен урыу бара. Ғәҙелхәй Боҫҡанов, “Искра” хужалығының баш агрономы:
- Уңышты үҫтереү генә түгел бит. Уны ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу, дөрөҫ итеп һаҡлауға һалыу маҡсаты ла тора алда. Быйыл ужым игенен 4200 гектар майҙандан урып алаһы бар. Иген культураларының уңышы башҡа йылдағынан күберәк көтөлә. Шул уҡ ваҡытта игендең хаҡы ла тотороҡло булырына өмөтләнәбеҙ.
Мөнир Сәлтәшев, комбайнсы:
- Эшемде яратып башҡарам. Комбайн руле артына ултырыуым була, күңелемдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хистәр уяна. Иген урыуҙа талап ителгән барлыҡ технологияларҙы ла теүәл үтәргә тырышабыҙ.
Әхмәҙулла Бикмаев, Рәмил Искәндәров, Фирҙәт Туйгилдин, Рәмил Яйҡаровтар бойҙай һуғалар, ә арыш баҫыуында Буранбай Кинйәғолов, Ишбулды, Инсаф, Илфак Боҫҡановтар менән берлектә Мөхтәр Һатыбалдиндар эшләй.
Раян Абдрахманов, бүлек етәксеһе:
- Егеттәрҙең һәр береһе үҙ эшен яҡшы белә. Кәрәк булһа, техниканы йәһәт кенә ҡарап йүнәтеп алалар. Бөгөн ауыл хужалығын да һәм башҡа тармаҡты ла ошондай оҫта һөнәрмән ир-егеттәр тотоп тора ла инде. Баҫыуҙар ҙа матур өлгөргән, бында бөтә коллективтың берҙәм хеҙмәт емеше бар. Еребеҙҙән бәрәкәт китмәһен, тип теләргә генә ҡала.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы
– Беҙ алдан уйлап еткермәү, ә ҡайһы берҙә юрамал, аҫтыртын ниәт менән тиҫтәләрсә ауыл хужалығы предприятиеларын, фермер хужалыҡтарын юғалтабыҙ. 20 йыл эсендә тармаҡ дүрт тапҡыр банкротлыҡ тулҡынын кисерҙе. Бәлки, ауыл иҡтисадын нығытҡандарҙы, ер кешеләрен эшле иткәндәрҙе бөлгөнлөккә төшөрөүҙән туҡтарға ваҡыттыр? Киләсәктә был йүнәлештәге эштәр аныҡ хоҡуҡи баһа менән нығытылырға тейеш һәм мин шуны талап итәсәкмен.
Радий Хәбиров, Башҡортостан респубикаһы башлығы.