Все новости
Ауыл хужалығы
12 Августа , 12:42

Ҡыҙыу мәл

Йәйҙең иң ҡыҙыу мәле лә килеп етте. 

Ҡыҙыу мәл
Ҡыҙыу мәл

Быйылғы йыл ямғырҙарға мул булды, уңыш арыу булыр, тип ҡыуанышты халыҡ. Тик мул ямғырҙар ярҙамында үҫкән мул уңышты йыйып алыу өсөн көн юҡ, сөнки ямғырҙар туҡтарға уйламай.
Тик ауыл кешеләре уфтанып, ҡул һелтәп ҡуя торғандарҙан түгел, һәр көндөң, һәр минуттың йәпле мәлен тап килтереп, эшләп ҡалырға ашыға.
- Быйыл бесән шәп, һуңғы йылдар менән сағыштырғанда үлән ҡуйы, бейек булып үҫкән. Тик бына ямғырҙары ялҡытты, үләнде сабып, йыйып алырға көн бирмәй, ҡайһы берҙәрҙең сабылған бесәнен дә әрәм итте. Төп бесәнлекте трактор менән саптырып, трактор менән эшләтәбеҙ. Сабылмай ултырған урман буйҙарындағы үләндәрҙе йәлләп, тормош иптәшем Рәхимә менән йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, физзарядка ла булыр, тип ҡул менән дә әҙ булһа ла саптыҡ. Ял көндәрендә көн аяҙланыу менән шул сапҡан үлән әрәм булмаһын тип, кесе улым Азат, киленем Гүзәл һәм ейәнем Инзил менән барып, һә тигәнсе бер арба бесәнде тейәп алып ҡайттыҡ. Бесән ҡураға ингәс, күңел шатланып, тынысланып ҡалғандай булды. Саптыраһы, йыйҙыраһы бесән апаруҡ әле, шуға күрә аҙ ғына булһа ла ауыл кешеһенә көн биреп, ямғырҙар яумай торһа ине, - ти Ялсыҡай ауылынан Зөфәр Йыһаншин.
Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ямғыр күп яуған райондарҙа халыҡтың бесән әҙерләй алмауына ҡарата борсолоуын белдерҙе. Әгәр ярҙам күрһәтелмәһә, халыҡ малын күпләп тотонорға мәжбүр буласаҡ. Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо мәсьәләне күтәрҙе. Был йәһәттән иң проблемалы райондар: Бөрйән, Салауат, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Ҡыйғы райондары.
«Ауылдарҙа халыҡ бесән эшләй алмай. Ҡышҡа бесәнһеҙ инеү ҡурҡынысы бар. Район башлыҡтарынан, бигерәк тә ямғырҙарҙан зыян күргән муниципалитеттарҙан, мәсьәләнең кимәлен аңлауҙарын һәм кешеләргә нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы тәҡдим итеүҙәрен һорайым», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы Максим Забелинға һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа был эшкә ҡушылырға ҡушты. Ике аҙнала ямғырҙан зыян күргән райондарҙа йәшәүселәргә бесән һатып алыу өсөн кәрәкле сумманы билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк, бындай ярҙамды бүлеү механизмы булдырыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: