-3 °С
Облачно
Шулай ҙа “Искра” хужалығы эшсәндәре һынатмай, игенселәр тәбиғәт ҡаршылыҡтарына бөтә оҫталыҡтарын, тырышлыҡтарын ҡаршы ҡуйып, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн аяҙ торған һәр сәғәтте тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырыша.
- 20 йылдан артыҡ механизатор булып эшләйем. Ураҡ ваҡытында яуым-төшөмлө бындай һауа торошон ғүмеремдә беренсе тапҡыр күрәм. Аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланып, үҫтергән уңыштарҙы юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырышабыҙ. Дөйөм алғанда уртаса гектар ҡеүәте 27-30 центнер, - ти Яҡуп ауылы механизаторы Рәмил Искәндәров.
Ямғырҙары яумайыраҡ тороп, ауыл эшсәндәренә ураҡ эштәрен тотҡарлыҡһыҙ теүәлләргә форсат бирһәсе.
Рәүеф АБДУЛЛИН
Яҡшымбәт ауылы
Фотола: Рәмил Искәндәров менән Әхмәҙулла Бикмаев.