Все новости
Ауыл хужалығы
31 Августа , 10:32

Яҡшы хәбәрҙәр көтөр

Ауыл кешеһенең ялы юҡ.

Яҡшы хәбәрҙәр көтөр
Яҡшы хәбәрҙәр көтөр
Ә был кеше, өҫтәүенә, ауылдың старостаһы, имамы ла булһа? 
Ҡуралағы малдар "минең хужам имам бит әле" тип ғорурланып торһа торалыр, әммә ас тора алмай. 
Рәжәп Бәлхиевты беҙ яланда тап иттек. Улы юлды күрһәтте: анауындағы күперҙе үткәс, һулға тартығыҙ, Зәгләткә (Загляденка) етмәҫ борон, бесән йыйып йөрөр. 
Күпер тигәненең күпер тиерлеге юҡ, саҡ сыҡтыҡ -  йылғаға суммаһаҡ ҡына ярар ине. Ауыл старостаһы ғәжәп иткәндәй булды: нисек таптығыҙ? Был ерҙәрҙең һәр ҡыуаға тиерлек бәләкәйҙән таныш, улы ла юлды атап әйтте, аҙашырлыҡ түгел. 
- Бесән мул ул быйыл, - ауыл старостаһы бәләкәй генә тракторы менән зырылдатып бесән йыя, - мал кәмей, элек унлан кеше сапҡан ерҙе бишәү саба. 
Яманғолда тиҙҙән яңы һыу торбалары һала башлайҙар, шуны белешергә тип эҙләй инек имамды. Был хәлгә Рәжәп, әлбиттә, шат, өйөнөң тапҡырында ғына нисәмә айҙар ҙур күләүек ята, тишелгән торбанан сыҡҡан һыу шулай яһалма быуа яһаған. 
- Ауылдың кергән ерендә лә бер быуа бар ул, һыу бәләһе үҙәккә үткән инде, быйыл, Аллаһ бирһә, ошо проблеманан ҡотолорбоҙ. Тулайым алғанда, зарланаһы түгел, мәсетебеҙ эшләп килә, аҙаҡҡы йылдарҙа ауылда күп кенә эштәр башҡарылды... - тағы нимә өҫтәргә тигәндәй, Рәжәп ергә ҡарай, ергә түгел инде, сабылған бесәненә. Ишараны аңланыҡ, көндөң һәр минуты ҡәҙерле мәл, ямғыр булмағанда, эште эш итеп ҡуйырға кәрәк. Китеп барҙыҡ. 
Был матур ауылға тиҙҙән тағы ла юл төшәсәк, иманыбыҙ камил, ул саҡта ла беҙҙе Яманғолда бары тик яҡшы хәбәрҙәр генә көтөп торор. 
 
 

Глава Башкирии уделяет большое внимание поддержке агропромышленного комплекса, ведь эта отрасль является основой экономики нашего региона, обеспечивает занятость на селе и продовольственную безопасность.

Выступая с традиционным посланием к депутатам Госсобрания республики в декабре 2023 года, Радий Хабиров рассказал о планах и достижениях Башкирии в области сельского хозяйства.

«Этот год стал непростым для наших аграриев. Сказались санкции, рост цен на ресурсы, нехватка кадров, погодные условия. И всё равно получен неплохой урожай. Увеличился в разы экспорт нашей агропродукции. Мы ставим перед собой задачу повысить сельхозпроизводство не менее чем на 8,7 процента. Продолжим активно обновлять парк сельхозмашин и оборудования. С 2020 года мы ежегодно в пятёрке лучших российских регионов по объемам поставок техники через «Росагролизинг». По развитию фермерских хозяйств и кооперативов наша республика – один из лидеров в стране», – подчеркнул Глава региона.

Автор:
Читайте нас: