Ҡуйы төтөн, ҙур булып, һауаларға китә, ҡайҙалыр нимәлер яна. Былай ҙа саҡ торған халыҡҡа етә ҡалды - шылтыратыуҙар, төрлө инстанцияларға яҙыуҙар башланды, хатта береһе Маяҡ май заводы яна тип тә ебәрҙе.
Бөткән Михелевка ауылы янындағы ялан яна ине. Ватан хужалығы яланы. Эш нимәлә булған?
Быйыл йыл аномаль булды, ямғыр күп яуҙы, химик утау ҙа хатта ярҙам итмәне, сүп үләне игенде баҫты, ошо баҫыуҙа сәселгән ужым арышын комбайндар саҡ йыйып алды, башаҡтарҙың өҫтөн генә сапты, башҡаса мөмкин түгел ине. Хәҙер был баҫыуҙы һөрөргә кәрәк, ә сүп үләне ҡотороп үҫеп ултыра, ҡалайтырға, үлән һабанға тығыла.
Ғәйнетдин Мөхәмәтов, ауыл эшен бәләкәйҙән белгән кеше, яйын таба - үләнде яндырырға кәрәк. Әммә тоттоң да шырпы сыйҙың дә, төрттөң дә ебәрҙең түгел, һәр нимәнең үҙ ҡағиҙәләре була. Тәүҙә ул янғын һүндереүселәрҙән рөхсәт ала, уларҙы иҫкәртә, үҙенең техникаһын (2 К-700, 2 - янғын һүндереү техникаһы) алып килә, ҡарауыл итеп кешеләрҙе ҡуя, ә уңарсы яланды 50 гектарҙарға бүлеп, һөрөп сыға (тәртибе шулай, баҡһаң). Һәм... ялан яна башлай. Ах та ух булып сабышып килеп еткән полицияға, башҡаһына аңлаталар - тынысланығыҙ, барыһы ла тәртиптә. Икмәк ашағығыҙ киләме, бына беҙ шул икмәк өҫтәлегеҙҙә булһын тип йөрөйбөҙ.