- “Ватан” хужалығы эше башланғандың тәү көнөнән бирле хеҙмәт итәм ауыл хужалығы тармағында. Тәүҙә эште Ҡунаҡбайҙа башлап ебәрҙек. Ул саҡта бина, офис юҡ ине, Ғәйнетдин Ғәзиз улының өйө хужалыҡ
идараһы ла, офис та булды. Аҙаҡ Холмогор базаһын алғас, рәсми рәүештә документация эштәрен алып барыу буйынса эшкә урынлаштым.
Ауыл хужалығы эшендә, тәү сиратта, үҙ эшеңде ныҡ яратыр кәрәк. Шул ваҡытта ғына уңыштарға өлгәшеп буласаҡ. Мин урынбаҫар тип кенә ултырып булмай, ниндәй эш бар шуны башҡарабыҙ: кәрәк икән сығып картуф та йыям, колбаса цехына ла барып эшләп киләм. Беҙҙең хужалыҡта эш айырып ултырмайҙар, барыһы ла универсаль, уникаль кешеләр эшләй. Еткәселәребеҙ ҙә ҡарап тормайҙар, кәрәк булһа, Ғәйнетдин Ғәзиз улы үҙе лә, урынбаҫарҙары ла тракторға, камазға ултырып эшләп китә. Етәксем – тормош иптәшем, күп ваҡыт, бергә ялҡытмаймы эшләүе, тип һорайҙар. Был хаҡта ла мин уйланғаным бар. Йылына беҙ күбендә бер ун көн генә айырылып торабыҙҙыр.
Был мәҡәлә лә бөгөн гәзиттә тулы вариантта баҫылды.